Çутă çул
+12 °С
Ҫумӑр
Пур хыпар та
СПОРТ
3 Мартӑн 2017, 02:00

Өфөнән Антон Бабиков — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Рәсәйҙең Спорт министрлығы Өфө биатлонсыһы, быйыл эстафетала донъя чемпионы Антон Бабиковҡа атҡаҙанған спорт мастеры исемен бирҙе. Тейешле документ министрлыҡтың сайтында баҫылған.

Рәсәйҙең Спорт министрлығы Өфө биатлонсыһы, быйыл эстафетала донъя чемпионы Антон Бабиковҡа атҡаҙанған спорт мастеры исемен бирҙе. Тейешле документ министрлыҡтың сайтында баҫылған.
Бойороҡҡа ярашлы, атҡаҙанған спорт мастеры исеменә шулай уҡ 2014 йылда бадминтон буйынса Европа чемпионы Иван Созонов, туп менән хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы ағзалары Янис Бефус һәм Игорь Ларионов лайыҡ булды.
Австрияның Хохфильцен ҡалаһындағы биатлон буйынса донъя чемпионатында Бабиков эстафетала алтын миҙал яуланы, шулай уҡ уның иҫәбендә — Донъя кубогы этаптарында еңеү һәм өсөн урын.
Ошо көндәрҙә Антон Бабиков — Пхенчанда (Көньяҡ Корея) Рәсәй йыйылмаһы составында. 2 марттан 5-нә тиклем бында Донъя кубогының етенсе этабында үтә.
Читайте нас: